Белорет районында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йөйәк йылғаһы аша күпер ремонтланып, сафҡа индерелгән. Объектты ремонтлауға бөтәһе 37 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 34,3 миллионы - федераль средстволар, 2,9 миллионы - төбәк бюджетынан.
- Объект Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 112-се саҡрымында урынлашҡан, ул республиканың Белорет һәм Бөрйән райондарында урынлашҡан туристик объекттарға юл хәрәкәтен тәьмин итә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Яңыртылған күпер ҡоролмаһының оҙонлоғо 50 метр, һәм хәҙер ул хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.