«Код безопасных каникул. Регион 102» профилле сменаһында балалар ГТО тапшырҙы. Беләһегеҙ, "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проекты буйынса бындай саралар йыш уҙғарыла.
Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаһынан йыйылған үҫмерҙәр нормаларҙы яҡшы тапшырҙы. Уларҙа еңеүсе дипломдарын джиу-джитсу һәм грэмплинг буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон тапшырҙы. Был осрашыу балаларға бик оҡшаны. Чемпион белдереүенсә, ГТО нормативтарын тапшырыу мөһим. Сөнки спортһыҙ йәшәү юҡ, ә йәшәү ул - спорт, хәрәкәт, шатлыҡ.
Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән.