-18 °С
Болотло
РФ Хөкүмәте янындағы Финанс университетында үткән "Граждандар өсөн бюджет һәм финанс белем: иң яҡшы проекттар һәм практикалар" конференцияһында РФ финанс министры урынбаҫары Михаил Котюков конкурста еңеүселәрҙе бүләкләне. Унда Башҡортостандың муниципаль берәмектәренән финанс белгестәре бар ине.
Башҡортостандан 8 проект призлы урындарҙа: өс беренсе урын дипломы, ике - икенсе урын һәм өс өсөнсө урын.
Фото: БР Хөкүмәтенән.