Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 19:15

Баш автоинспектор һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә, юлдарҙы көрт баҫасаҡ. Айырым участкаларҙа - боҙлауыҡ, төндә һәм иртән урыны менән томан буласаҡ (күреү мөмкинлеге 500-1000 метр). Баш автоинспектор Владимир Севастьянов, был көндәрҙә, айырыуса насар һауа шарттарында, водителдәргә үтә иғтибарлы булырға кәңәш итәм, тип яҙҙы: "Ҡәҙерле дуҫтар, мөмкин булһа, алыҫ юлға сыҡмағыҙ".

Баш автоинспектор һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Баш автоинспектор һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

- Насар һауа шарттарында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре төбәк һәм федераль трассаларҙа автомобилселәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, - тип белдерә баш автоинспектор. - Юлдарҙа ҡатмарлы хәл килеп тыуған осраҡта, бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҙа тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына мөрәжәғәт итә ала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Водителдәргә юлда транспорт сараһы менән идара иткәндә һаҡ булырға, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Баш автоинспектор һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Баш автоинспектор һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: