Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 21:00

Ҡарҙар көрәй атайым

Йырлай - йырлай атай ҡарҙар көрәй, Ҡулдарында ауыр көрәге. Оло юлға ҡарап - ҡарап ала, Көтөп тибә беҙҙе йөрәге. Һыуыҡ тиеп тормай, ҡарҙар көрәй, Ялтыратып бөтә ҡураны. Көс етмәҫлек ап - аҡ юрған итеп, Өйөп киткән ҡарлы бураны. Тирләп - бешеп атай ҡарҙар көрәй, Көтә биреп беҙҙең ҡайтҡанды. Урамдарҙы ялтыратып ҡуя, Асып ҡуйып оло ҡапҡаны. Һыуыҡ елдәр ҡуйынына инә, Тынғы бирмәй еңенән тартҡылай. Әллә һағыныуҙан йәше тамған, Мыйығында боҙҙар йылтырай...   Альбина Муллағол - Ғәлиуллина

Ҡарҙар көрәй атайым
Ҡарҙар көрәй атайым

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: