Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 18:00

15 минутта әҙерләнә торған торт

Көтмәгәндә: “Ярты сәғәттән килеп етәбеҙ”, – тип шылтыратһалар, сәйгә еңел генә тәмлекәс әҙерләгеҙ.

15 минутта әҙерләнә торған торт
15 минутта әҙерләнә торған торт

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

Ҡаймаҡ – 400 г (200 г ҡамырға, 200 г кремға), 20 процент ҡуйылыҡта

Шәкәр – 1 стакан (яртыһы ҡамырға, яртыһы кремға)

Сода – 1 балғалаҡ

Он – 3 стакан

Тоҙ – тәменсә

Порция: 6 кешелек

Ҡаймаҡты сода, шәкәр һәм әҙерәк тоҙ менән болғатып, онға әҙ-әҙләп һалығыҙ. Ҡамырҙы ҡулға йәбешмәҫлек итеп баҫығыҙ. Уны дүрт өлөшкә бүлегеҙ, береһе, башҡаларына ҡарағанда, бәләкәйерәк булһын. Ҙурҙарын – 20 – 23 см, бәләкәйен 16 – 18 см диаметрлы итеп йәйегеҙ. Йәймәләрҙе эҫе духовкала бешереп (8 – 10 минут) алығыҙ. Корждар бер аҙ һыуынһын.

Крем әҙерләүе бик еңел: ҡаймаҡ менән шәкәрҙе бутарға ғына. Һәр йәймәгә һыларға. Бәләкәй коржды киҫәктәргә бүлгеләп йә ваҡлап, торттың өҫтөнә һалырға. Ике сәғәт ултыртып торһағыҙ, торт йомшарыр, крем һеңер. Ҡунаҡтарығыҙға сәй яһауға әҙер ҙә була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: