Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 14:15

Юл фажиғәләре - 7 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 14 эскән водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 7 декабрь
Юл фажиғәләре - 7 декабрь

Кисен Нефтекама ҡалаһында йорт алдында билдәһеҙ водитель алты йәшлек малайҙы бәрҙереп ҡаса. Бала дауаханаға оҙатылған. Оператив-эҙләү саралары барышында водителде эҙләп тапҡандар. "Renault Sandero" менән идара иткән 64 йәшлек пенсионер ҡатынға ҡарата, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткәне өсөн, административ материал төҙөлгән. Тикшереү бара.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китеү - административ хоҡуҡ боҙоу. Уның өсөн яуаплылыҡ РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.27-се статьяһының 2-се өлөшөнә тура килә. Закон тарафынан штраф ҡаралмаған, бер йылдан алып йыл ярымға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Шулай уҡ 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуҙары ла ихтимал. Яза кимәле төрлө шарттарға, мәҫәлән, алкоголь ҡулланыуға, бәйле. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: