Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 08:56

Юбилейға юл төҙөлә

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса юл тармағында ҙур проект ғәмәлгә ашырыла. Ул баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләү алдынан әҙер булырға тейеш.

Юбилейға юл төҙөлә
Юбилейға юл төҙөлә
Проекттың төп маҡсаты - транспорт ағымы ныҡ тығыҙ булған "Йәшел сауҡалыҡ", "Йүрүҙән" биҫтәләрен бер аҙ бушатыу. Объектта эш тамамланғандан һуң, Менделев, Кувыкин, Перовская урамдары иркенәйеп ҡаласаҡ.
Әйткәндәй, төҙөлөш-монтаж эштәре башланырҙан алда, юл һыҙатын киңәйтеү өсөн, бер нисә хужаның ер участкаһын алырға тура килгән. Милек эйәләренә компенсация түләнгән, ерҙе ҡалаға биреү буйынса документтар эшләнә.
Объектты 2023 йылдың 4-се кварталына тамамлау күҙаллана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: