Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 17:45

Йөк машинаһын күтәрергә боҙҙоң көсө етмәгән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Бөрө ҡалаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел йылғаһында, ярҙан ете метр алыҫлыҡта, йөк тейәлгән  "Газель" яртылаш боҙ аҫтына төшөп киткән. 

Йөк машинаһын күтәрергә боҙҙоң көсө етмәгән...
Йөк машинаһын күтәрергә боҙҙоң көсө етмәгән...

Һәләк булыусылар, зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ, водитель кабинанан сығып өлгөргән.

Әйткәндәй, Бөрөлә Ағиҙел йылғаһы аша боҙ кисеүе декабрҙең икенсе декадаһында ғына асыласаҡ. Ашығырға кәрәкмәй - һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

Фото: МЧС РБ.

Йөк машинаһын күтәрергә боҙҙоң көсө етмәгән...
Йөк машинаһын күтәрергә боҙҙоң көсө етмәгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: