Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 10:30

Шишмә ауылындағы янғында ике кеше зыян күргән

Бөгөн иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Шишмә ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр килгәс, урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре, Шишмә районының ирекле янғын һүндереү командаһы ебәрелгән. 

Шишмә ауылындағы янғында ике кеше зыян күргән
Шишмә ауылындағы янғында ике кеше зыян күргән

Ут һүндерелгән. Янғын һөҙөмтәһендә 1980 йылғы ир һәм 1989 йылғы ҡатын зыян күргән, икеһе лә Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Уҙған тәүлектә 20 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 13 янғын шәхси секторҙа булған.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: 02.mchs.gov.ru

Шишмә ауылындағы янғында ике кеше зыян күргән
Шишмә ауылындағы янғында ике кеше зыян күргән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: