Үрнәк ауылында ҡыуаныслы ваҡиға
Хәйбулла районының Үрнәк ауылы егете Марат Юламанов Ватаны алдындағы хәрби бурысын үтәп тыуған йортона ҡайтҡан. Һалдатты ауылдаштары гармун уйнап, ихлас ҡаршы алған. Ошондай бәхетле минуттарҙы һәр әсәгә лә кисерергә яҙһын.