Шулай ти бер хужабикә. Был ризыҡҡа эслек һалына.
Әҙерләү: 400 г кефирға тәменсә самалап тоҙ, бер балғалаҡ шәкәр, 20 мл көнбағыш майы, бер йомортҡа һалып болғатырға ла, 600 г он ҡушырға, 10 г ҡамыр ҡабартҡыс та өҫтәргә.
Ныҡлап бутап, ҡамыр баҫҡас, 10 минутҡа ҡуйып торорға. Был ваҡытта 400 г тирәһе фаршты (үҙегеҙ яратҡанын) бешереп алырға.
Ҡамырҙы 14 өлөшкә бүлергә һәм йәйеп, һәр береһенең уртаһына фарш һалып, йомарлам эшләргә. Уртаса утта майҙа йөҙҙөрөп ҡыҙҙырырға. Ҡабарып-ҡыҙарып бешә.
Тәмле булһын!