Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 10:09

"Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы"нда ШОС илдәре валютаһын булдырыу тураһында һөйләшәсәктәр

Был сара алдынан 6 декабрҙә программа конференцияһы уҙҙы. Унда төбәк һәм федераль спикерҙар менән бер рәттән башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты.

"Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы"нда ШОС илдәре валютаһын булдырыу тураһында һөйләшәсәктәр
"Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы"нда ШОС илдәре валютаһын булдырыу тураһында һөйләшәсәктәр

 Унда РФ Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй банктары ассоциацияһы Советы рәйесе Анатолий Аксаков ШОС-тың Эшлекле советы башҡарма секретары Сергей Канавскийға һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп, "Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы"нда ШОС илдәре валютаһын булдырыу тураһында һөйләшеүҙе башларға тәҡдим итте.

Барыһы ла быға риза булды һәм А.Назаров бизнес аҙнаһына ингән 54 эшлекле сара араһында ислам банкингы һәм финанстары темаһы барлығын белдерҙе һәм әңгәмәлә яңғыраған тәҡдим 55-се булып инер тип ышандырҙы. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: