Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 12:01

Егеттәргә күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар

Баш ҡалабыҙҙан мобилизация буйынса саҡырылып, Һарытауҙа һәм Пензала хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙам ебәрелде.

Егеттәргә күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар
Егеттәргә күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар

Егеттәргә был ваҡытта медикаменттар бигерәк тә кәрәк. Сөнки киҙеү кеүек сирҙәр таралған мәл. Посылкаларҙа дарыуҙар, вирусҡа ҡаршы препараттар, витаминдар ҙа бар. Яҡын арала йылытыу мейестәре лә ебәрәсәктәр.

Һарытауҙағы егеттәргә 21 шәхси комплект тапшырыласаҡ. Уға баул-сумка, ҡышҡы "спальник", туристик балаҫтар, ултырғыстар, фонарь, термос, термокейем, бәйләнгән башлыҡ, биш пар мохер ойоҡбаш, снуд, флис толстовка, йылы итек, аҙыҡ-түлек инә.

Фото: vk.com (Өфө ҡалаһы хакимиәте төркөмө)

 

Егеттәргә күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар
Егеттәргә күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: