+15 °С
Болотло
Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, документ беҙҙә ғаилә бизнесын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Республикала 80 мең самаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ғаилә предприятиеһы һанала. Улар төрлө тармаҡта эшләй. Тик айырым статустары юҡ. Булһа, ярҙам да күберәк күрһәтелер ине.
Закон проектында ғаилә предприятиеһы тип иҫәпләнеү шарттары ла билдәләнгән.