-7 °С
Болотло
Киске сәғәт унынсыла Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1480-се саҡрымында, "Scania" йөк автомобиле төҙөлә башлаған юл өҫтө йәйәүлеләр үткәүеленә кузовы менән бәрелгән. Металл плитә автомобиль кабинаһына ауҙарылып төшөп, водитель үлемесле йәрәхәттәрҙән үлгән. Билдәле булыуынса, ир ваҡиға урынынан алыҫ булмаған ерҙә ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһын бушатып, күтәрелгән кузов менән хәрәкәт иткән.
Фото: БР ЮХХДИ.