Беренсеһе - боҙлауыҡ. Ул машиналарға ла, йәйәүлеләргә лә берҙәй ҡурҡыныс.
Икенсеһе - ҡыйыҡтарҙан ҡар йә боҙбармаҡ төшөүе. Был да - бәлә. Аяҡ аҫтындағы түгел, ә баш осондағыһы. Йәйәүлегә лә, машиналарға ла төшүе ихтимал (Өфөнөң берҙәм диспетчер бүлегенә шылтыратып, ҡыйыҡта ҡар йыйылыуы тураһында һөйләй алаһығыҙ - 279-90-00 йәки 112).
Өсөнсөһө - боҙоҡ электр приборҙарынан сыҡҡан янғындар.
Дүртенсеһе - йоҡа боҙ. Быныһы балыҡсылар өсөн ҙур хәүеф. Шулай уҡ балалар ҙа иғтибарлы булһын.
Бишенсеһе - шыуыу урындары. Һәр ҡалҡыулыҡ та хәүефһеҙ түгел.
Зинһар, ошоларҙы иҫтә тотоғоҙ!
Фото: Слава Степанов.