Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 21:45

Янғында ир кеше йәрәхәтләнгән

Бөгөн көндөҙ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йорт янып киткән.

Янғында ир кеше йәрәхәтләнгән
Янғында ир кеше йәрәхәтләнгән

Янғын тураһында хәбәр килеү менән урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Байдәүләт ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етеп, утты һүндергән. Янғындан 1952 йылғы ир зыян күргән, уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының тән бешеүен дауалау үҙәгенә оҙатҡандар. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.

Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 101 йәки 112 номерҙары буйынса янғын һүндереүселәргә шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: