Улым!
Яуға индең... Ҡаты алыш бара.
Хәбәрең юҡ... Бары көтөргә.
Һинең иҫәнлеккә ышанырға,
Ышанырға, өмөт итергә.
Зәһәр һалҡын електәргә үтә,
Мин йылыла. Өйҙә. Яҡтыла.
Һине уйлап йөрәккенәм әрней:
Һыуыҡ окоп ятһаң, торһаң да.
Иҫән генә йөрө, балаҡайым,
Бер үк, улым, бер үк бирешмә.
Ҡайтыр юлың яҡыная төшөр,
Алға ынтыл, артҡа сигенмә.
Рәмзиә Монасипова