Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 10:30

Төнгө фажиғә...

Төнгө сәғәт икенселә Яңауыл районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла ике йәш егеттең ғүмере өҙөлгән...

Төнгө фажиғә...
Төнгө фажиғә...

Өфө-Яңауыл автомобиль юлында, Ҡаймаша ауылы янында, "Богдан" еңел машинаһы менән ыңғай барған "Урал" йөк машинаһы бәрелешкән. Көслө бәрелешеү һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең ике пассажиры, 20 йәшлек егеттәр, ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән. Уларҙың береһе - автомобиль хужаһы. Машинаһы менән 20 йәшлек иптәше идара иткән булған. Ул егетте, шулай уҡ ике йәш пассажирҙы "Тиҙ ярҙам" Нефтекама дауаханаһына алып килгән. "Богдан" водителенән, химик-токсик тикшереү үткәрер өсөн, ҡан алғандар. Еңел автомобилдең тормоз юлы - 54 метр...

Йөк машинаһының 26 йәшлек водителе зыян күрмәгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Һәләк булған егеттәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Хөрмәтле водителдәр, насар күреү шарттарында тиҙлек режимын үтәгеҙ, ике машина араһындағы һәм ҡабырға яҡтағы арауыҡты һаҡлағыҙ. Иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Төнгө фажиғә...
Төнгө фажиғә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в