Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 18:45

Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған

Борай районынан 49 йәшлек ҡатын интернетта брокер фирмаһының рекламаһын күргәс, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, заявка тултырып ебәргән. Бер аҙҙан уға "фирма вәкиле" шылтыратҡан, инвестициялар тураһында тәмләп тороп һайраған. Аферистың ҡармағына ҡапҡан ҡатын үҙен һынап ҡарамаҡсы булып, 780 мең һум кредит алған да, "инвестиция иҫәбенә" һалған. Аҡса күсеү менән "брокер" юғалған, социаль селтәрҙәге сәхифәһе блокка ҡуйылған.

Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған

Октябрьский ҡалаһынан 21 йәшлек ҡыҙға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, кредит алырға ғариза биргәнме-юҡмы икәнлеген белешкән. Әйткәндәй, аферист ҡыҙҙың паспорт мәғлүмәттәре, телефон номеры, айлыҡ эш хаҡы тураһында ла бик яҡшы хәбәрҙар булған. Шуға ла ҡыҙ ысын банк вәкиле менән һөйләшәм, тип уйлаған, кредит алманым, заявка булһа, уны кире ҡағығыҙ, тип яуаплаған. Артабан мут ҡыҙҙы кредит алырға өгөтләп күндергән, йәнәһе, шулайтҡанда ғына башҡа әҙәмдәр уның исеменә кредит ала алмаясаҡ. Ҡыҙ банктың мобиль ҡушымтаһы аша кредит алған, уны ҡулаҡсаға әйләндергән. Шунан икенсе бер ҡушымта аша аферист әйткән реквизиттар буйынса кредит аҡсаһын күсергән. 

Икенсе көндө аферист тағы ла шылтыратып, кредит картаһындағы аҡсаны ла шул уҡ иҫәпкә күсерергә ҡушҡан.

Һуңынан ҡыҙ финанс операцияларҙы тикшерер өсөн банк бүлексәһенә килгәс, муттарҙың тоҙағына эләгеүен белгән. Зыян күләме 480 мең һум...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: