Махсус положениеға үҙгәрештәр индерелә. Һүҙ Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия, үҫмерҙәр олимпия уйындарында һәм Олимпия уйындары иҫәбендәге башҡа спорт ярыштарында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашып, призлы һәм 4 - 8 урындар яулаған спортсыларға, уларҙың тренерҙарына түләү тураһында бара. Шулай уҡ Европа уйындарында, чемпионаттарында, донъя беренселектәрендә, Бөтә донъя универсиадаһында, Рәсәй чемпионаттарында алдынғы булған спортсыларға ла премия артасаҡ.
Дәртләндереү аҡсаһының суммаһы 75 мең һумдан башлана, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарында 1-се урын яулаған өсөн 2 млн һум түләнәсәк.