Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 19:56

Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында быйылғы йылдың 11 айы өсөн эш биреүселәрҙең хеҙмәт ресурстарының сифаты менән ҡәнәғәт булыу кимәлен баһалау өсөн үткәрелгән һорау алыуға йомғаҡ яһалды.

Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур
Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур

 Анкета күрһәтеүенсә, төбәк предприятиеларына һәм ойошмаларына токарь, водитель, агроном, тракторсы, малсы, механизатор, урам һепереүсе, маляр, слесарь-ремонтлаусы, электромонтер, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм балта оҫтаһы кеүек квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алыу ауырыраҡ. Унда төбәктең сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә кеүек тармаҡтарынан 800-ҙән ашыу эш биреүсе ҡатнашҡан.

- Был тикшеренеү эш биреүселәр һәм мәшғүллек үҙәктәре - «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәренең үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уҙғарыла, -ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. - Атап әйткәндә, тест ярҙамында хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеге тыуа.

2022 йылдың 11 айында үткәрелгән һорау алыу йомғаҡтары буйынса, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрҙе эҙләү өсөн ресурс сифатында йышыраҡ Халыҡ мәшғүллеге үҙәген ҡарай (24%), тағы ла шунса уҡ кеше коллегаларына һәм таныштарына мөрәжәғәт итә. Һорау алған эш биреүселәрҙең 17 проценты персонал һайлағанда махсус интернет-порталдарға мөрәжәғәт итә, 12 проценты киң мәғлүмәт сараларында иғлан биреү буйынса хеҙмәткәрҙәр эҙләй. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан эш биреүселәрҙең 9,5 проценты юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы практикаға һәм стажировкаға йәлеп итә, предприятиеларҙың 2,3 проценты юғары уҡыу йорттарында студенттарҙы маҡсатлы уҡытыуҙы өҫтөн күрә.

Фото: smartik.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: