Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2022, 08:56

Яңы аппараттың ҙур мөмкинлектәре

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса Башҡортостанға заманса медицина ҡорамалдары алыу дауам итә.

Яңы аппараттың ҙур мөмкинлектәре
Яңы аппараттың ҙур мөмкинлектәре
Был юҫыҡта «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы ла уңышлы эшләй. Уға ярашлы, Йылайыр районының үҙәк дауаханаһына былтыр августа эндоскопик комплекс ҡуйылған һәм унда 550-нән ашыу төрлө тикшереү үткәрелгән дә инде.
Эндоскопик алым менән диагностика үткәрергә лә, сирҙәрҙе дауаларға ла була. Ул яман шеште алдан асыҡлауҙа ла роль уйнай.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: