83 йәшлек бабай менән билдәһеҙ ҡатын - ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" һөйләшкән. Намыҫһыҙ ҡатын бабайға һеңлеһенең аварияға тарып, дауаханала ятыуын, дауаланыуға тиҙ арала 600 мең һум аҡса талап ителеүен хәбәр иткән. Бабай курьерға 150 мең һум йыйып биргән.
82 йәшлек әбейҙе телефон аша ялған "ейәнсәре" илап алдаған: имеш тә, уның арҡаһында килеп сыҡҡан аварияла ауырлы ҡатын балаһын юғалтҡан, хәҙер уға ҡарата енәйәт эшен асмаһындар өсөн ҙур сумма аҡса талап ителә... Өләсәй ейәнсәре өсөн йәнен дә бирерҙәй булып, тиненә ҡәҙәр аҡсаһын биреп сығарған. Кисен генә әбей алданыуын аңлаған - ейәнсәре уға килгән...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.