Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2022, 14:35

Ломбард хеҙмәткәре аҡса һәм ювелир биҙәүестәрҙе үҙләштергән

Өфөлә ломбард хеҙмәткәре аҡса һәм ювелир биҙәүестәрҙе үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Зыяндың дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумдан ашҡан, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығы.

Ломбард хеҙмәткәре аҡса һәм ювелир биҙәүестәрҙе үҙләштергән
Ломбард хеҙмәткәре аҡса һәм ювелир биҙәүестәрҙе үҙләштергән

Полицияға 53 йәшлек ҡатын  мутлашыусылар хаҡында хәбәр иткән. Ул таныш булмаған ҡатындарҙың күҙ тейеүҙән дауалау менән алдаштырып уның аҡсаһын, ювелир биҙәүестәрен тартып алыуҙары хаҡында һөйләгән.

 

Артабан мөрәжәғәт итеүсенең ломбардта эшләүе һәм 64 мең һумдан ашыу аҡсаны, 1,4 миллион һумдан ашыу алтын изделиеларҙы үҙләштереүе асыҡлана.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатынға  ситкә сығыу тыйылған. Урланған әйберҙәрҙең исемлеге асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: