-3 °С
Ҡар
Авария Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1480-се саҡрымында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хәрәкәт барышында "Skania" йөк машинаһының кузовы асылып, ул төҙөлә башлаған ер өҫтө үткәүелен эләктергән. Конструкция кабина өҫтөнә емерелеп төшөп, "Skania" водителе ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән.
Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Әлеге ваҡытта хәрәкәт туҡтатылған, ике кран емереклектәрҙе ала.
Карпово-Базилеевка аша урау юл ойошторолған. Маршрутты алдан билдәләүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фото: БР ЮХХДИ.