Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2022, 17:06

Һигеҙ иң юғары наградаға лайыҡ булдыҡ!

Ошо көндәрҙә Киров ҡалаһында "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Унда илдең 58 төбәгенән ҡатнашҡайнылар. Башҡортостандан 40 оҫта барҙы.

Һигеҙ иң юғары наградаға лайыҡ булдыҡ!
Һигеҙ иң юғары наградаға лайыҡ булдыҡ!

Беҙҙекеләр бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Был турала БР Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр итәләр.

Иң юғары награда - гран-при - беҙҙә һигеҙәү!

Түбәндәгеләр:

Ренат Юнысов, «Этнографический сувенир» номинацияһы, урта хаҡ категорияһы;

«Салауат» ательеһы, «Этнографический сувенир», VIP категорияһы;

«Салауат» ательеһы, «Сувенир музея» номинацияһы, VIP категорияһы;

«Салауат» ательеһы, «Сувенир региона», VIP категорияһы;

«Торатау» геопаркы, «Линейка туристических сувениров региона»;

Урал Бикҡужин,  «Сувенир туристического маршрута» номинацияһы, урта хаҡ категорияһы;

СПСК «Кугарчинское сельское подворье»,  «Гастрономический сувенир (напитки)» номинацияһы, юғары хаҡ категорияһы;

Алһыу Әбсәләмова, «Сувенир события» номинацияһы, VIP категорияһы.

Бынан тыш, номинациялар лауреаттары ла бар:

1-се урын: Урал Бикҡужин, Эльвира Ким, Надежда Матвеева, Алёна Думчева, Ренат Юнысов, Надежда Матвеева, Мастерская машинной вышивки «Вышивалочка & EmbrOlly»;

2-се урын: Юлия Шабай, Ренат Юнысов, Сария Даминова, Айгөл Ситдиҡова, Динара Усманова, Ольга Синякова, Центр развития туризма Республики Башкортостан;

3-сө урын: Лариса Громова, Эльвира Фахрисламова, Ольга Синякова, Салиха Ибраһимова, Әлфиә Абдуллина, Ирина Бойкова;

Дипломға лайыҡ булыусылар:

Зәлиә Килдеғошева, Суфия Рәхимова, Галина Соловейкина, Гөлшат Әхмәтдинова, «Башкирский сувенир».

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: