Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2022, 16:46

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы диктант яҙҙылар

9 - 11 декабрҙә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант яҙыу акцияһы үтә. Ә беҙҙә уны алдан ойошторҙолар.

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы диктант яҙҙылар
Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы диктант яҙҙылар

Бөгөн ЦУР-ҙа ҙур сара үтте - Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған акцияла төрлө ведомство башлыҡтары ҡатнашты. Улар араһында "Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант" проекты авторы һәм етәксеһе Эльси Золаев та бар ине.

Диктант яҙыу быйыл өсөнсөгә үтә. Әйткәндәй, БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары Марина Долич белдереүенсә, Башҡортостан ил төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып, диктантты ваҡытынан алда яҙҙы. 

Киләһе йылдан был акция "Приоритет 2030" проектының белем биреү программаһына индереләсәк. Шулай уҡ диктантты "Беҙ - профессионалдар" проекты ла хуплаған һәм ул проектҡа ла индереүҙәре күҙаллана.

Диктант яҙыуға 30 минут ваҡыт бирелә, ул 40 һорауҙан тора.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: