Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы етәксеһе Александр Аверьянов белдереүенсә, идаралыҡ эконом класындағы торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы граждандар исемлеген төҙөй . Махсус тәғәйенләнештәге отрядта ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөштө үҫтереү” фонды төҙөгән фатирҙарҙы баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар. Документтарҙың критерийҙарға тап килеүен тикшергәндән һуң ҡарар сығарыла һәм ғариза биреүсене торлаҡ һатып алыуға килешеү төҙөү өсөн саҡыралар.
Хәҙерге ваҡытта бындай торлаҡтың квадрат метрының хаҡы Өфөлә яҡынса 70 мең тәшкил итә.
Документтар исемлеген идаралыҡтың һәм ФРЖС сайтынан ҡарарй алаһығыҙ.