Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2022, 16:50

«Һанлы мәҙәниәт» проекты тормошҡа ашырылды

Хәҙер музыкаль интернет-платформаларында башҡорт йырҙарын да тыңлап буласаҡ. Проектты   «Гирза мьюзик» музыкаль лейблы, продюсеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, етәксеһе  Мөхәммәт Йосопов тормошҡа ашырҙы.

«Һанлы мәҙәниәт» проекты тормошҡа ашырылды
«Һанлы мәҙәниәт» проекты тормошҡа ашырылды

Әйткәндәй,  әлегә тиклем республикала аудиокомпозицияларҙы таратыу өсөн ресурстар, башҡорт композицияларын музыка майҙансыҡтарына һалыу мөмкинлеге  булмай.  Шуға ла халыҡ йырҙары, ҡурай моңо, фольклор, милли композициялар иғтибарҙан ҡала килә һәм уларҙы концертта башҡарыусының үҙенән генә ишетергә мөмкин була. Бынан тыш, интернет селтәрендә билдәле башҡорт музыкаль әҫәрҙәре йыйылған бер каталог та юҡ.

«Гирза мьюзик» музыкаль лейблы мәсьәләне проект нигеҙендә хәл итә. Бөгөн 100 башҡорт халыҡ йыры һанлы майҙансыҡҡа күсерелгән.  Хәҙер был йырҙарҙы стриминг платформаларында (“Тик-ток”, “Бәйләнештә”, Эпл мьюзик, Яндекс-музыка, Ютуб һәм башҡаларҙа)  тыңларға мөмкин. Шулай уҡ, “Бишбармаҡ” төркөмөнөң  – «Бишбмармаҡ» йыры, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының башҡорт дәүләте солисы Илнур Хәйруллиндың - «Тауҙар иле», Нефтекама филармонияһы солисы Раян Алтыншин башҡарған йырҙар индерелә. Проект артабан үҫешә һәм тиҙҙән күп башҡорт йырҙарын стриминг платформала табырға мөмкин буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: