Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 09:03

Заманса китапханала һәр саҡ күңелле

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса эшләнгән китапханала төрлө файҙалы һәм ҡыҙыҡлы сара даими ойошторола. Был юлы 17 команда йыйылды.

Заманса китапханала һәр саҡ күңелле
Заманса китапханала һәр саҡ күңелле

«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» аҡыл уйыны китапхананың «Ғаилә ҡунаҡханаһы» бүлмәһендә уҙғарылды. Район мәктәптәренән килгән 17 йыйылма команда интеллектуаль мәсьәләләрҙе систе, эрудицияны билдәләүсе һорауҙарға яуап эҙләне. Һәм бик яҡшы һынау тоттолар. был ваҡытта педагогтар ҙа тик ултырманы - китапхана фонды менән танышты, мәҙәни программала ҡатнашты.

Фото: Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапханаһынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в