+8 °С
Болотло
Көндөҙ Ғафури районының Табын ауылы янында, Архангел-Красноусол автомобиль юлының 60-сы саҡрымында, 30 йәшлек ир идара иткән "Hyundai Solaris" менән 61 йәшлек ир идара иткән "Nissan Almera" машиналары бәрелешкән. Бәрелгәндән һуң "Nissan Almera" юл ситенә сығып осҡан. Авария һөҙөмтәһендә "Nissan" водителенең 56 йәшлек ҡатыны ваҡиға урынында йән биргән. Ике водитель дә ауыр йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Авария ҡар яуғанда булған.
"Hyundai" водителенең ошоға тиклем иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн ике тапҡыр водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәне билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.