Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 21:30

Юл, һаулыҡ, төҙөкләндереү - халыҡты барыһы ла борсой

Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгендәге мәғлүмәт системалары бер аҙнала 4372 мөрәжәғәтте теркәгән. Был тәңгәлдә бер аҙ һүлпәнлек күҙәтелә - мөрәжәғәттәр меңдән ашыуға әҙерәк.

Юл, һаулыҡ, төҙөкләндереү - халыҡты барыһы ла борсой
Юл, һаулыҡ, төҙөкләндереү - халыҡты барыһы ла борсой

«Инцидент менеджмент» һәм «Госуслуги. Решаем вместе» платформаһында үткән аҙнала юл темаһына мөрәжәғәттәр унан алдағыһынан ике тапҡырға әҙерәк булған - 692 хәбәр теркәлгән. Барыбер был тема иң ныҡ борсоған мәсьәлә булып ҡала.

«Инцидент менеджмент»ҡа килгән төп темалар иҫәбендә шулар: һаулыҡ һаҡлау (627 мөрәжәғәт), төҙөкләндереү (576), ЖКХ (491), социаль тәьмин итеү (367).

Мөрәжәғәттәр айырыуса һаулыҡ һаҡлау тармағында артҡан - үткән аҙнанан 135-кә күберәк.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: