Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 09:20

Янғында ете йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Өфөнөң Дим районында сыҡҡан янғында ете йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Янғында ете йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Янғында ете йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

5 декабрҙә 3 тула 48 минутта «Төҙөүсе» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә ике ҡатлы йорттоң яныуы тураһында хәбәр килә. Төнгө сәғәт 4-тәр тирәһендә янғын һүндерелә.

 

Фажиғә урынын тикшереү барышында ете йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Табиптар уның үлемен раҫлаған. Бынан тыш, янғында тағы өс кеше зыян күргән. Ир, ҡатын һәм ете йәшлек бала дауаханаға оҙатылған.

 

Янғын сәбәбе асыҡлана. Янғынды һүндереүгә 41 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: