Теләктәрем
Емелдәшеп ергә һибә ынйыларын,
Тыныс ҡына һыйпап һала,аҡ ҡарҙарын
Теләктәрем,бәхет булып,ергә ятһын
Тик юлдарҙа фәрештәләр ,һаҡлап барһын!
Күк көмбәҙе балҡыр,һуғыш бөтһә,
Сит ерҙәрҙән балаҡайы өйгә ҡайтҡас,
Һис тынмаһын,ғаиләһендә һунмәҫ усаҡ,
Сабый тауыштары гөрләр ине,шул саҡ!
Әйҙә яуһын,йомшаҡ ҡарҙар бәхет булып.
Ергә татлы,хуш еҫтәрен бөркөп.
Ҡазаларҙан үҙен һаҡла аллам,
Ояһына осоп ҡайтыр аҫыл бөркөт!
Теләгемә кушылығыҙ йән дуҫтарым!
Яҡындарым,туғандарым,дус-иштәрем.
Һәр Әсәнең,һәр баланың,үҙ хыялы,
Иҫән генә өйгә кайтһын яҡындары!!!
Һәр Әсәнең,һәр баланың хыялында,
Иҫән-имен өйгә ҡайтһын туғандары!!!!
Таңһылыу Шәйнурова