Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 17:55

Таныш булығыҙ- яңы министр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Александр Клебановты Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 

Таныш булығыҙ- яңы министр
Таныш булығыҙ- яңы министр

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлашҡан. Бынан алда Александр Клебанов министр урынбаҫары вазифаһын биләне. Транспорт министрлығының элекке министры Александр Булушев яңы эшкә күсеү сәбәпле ноябрь аҙағында отставкаға китте. Ул министрлыҡ башлығы вазифаһында 2021 йылдың июненән эшләне. Александр Клебанов 1976 йылдың авгусында Мәскәүҙә тыуған. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын һәм ил президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. 2021 йылдың июленә тиклем Клебанов Пермь крайының транспорт министры урынбаҫары вазифаһын биләне.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в