Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 17:15

Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған

Күмертауҙан 41 йәшлек ир интернет-сайттарҙың береһендә интим хеҙмәттәр күрһәтеү тураһындағы иғланға тап була. Үтә "тәмле" күренгән нәмәне ир урап үтә алмай, яҙып ебәрә. Бер аҙҙан уға гүзәл зат вәкиле шылтыратып, 81 мең һум аванс күсереүен һорай. Һылыу ҡыҙ менән ҡайнар төн үткәрергә хыялланған ир, муттар менән һөйләшеүен аңламай, күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерә. Шуның менән "енси хеҙмәттәр" уның өсөн тамамлана. Көтөүҙәре, ымһыныуҙары бушҡа булып, кеҫәһе бушаған, кәйефе тамам төшкән ир полицияға мөрәжәғәт итә.

Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған

Балтас районынан 70 йәшлек ҡатынға "танышы" шылтыратып, аварияға тарыуын, операцияға аҡса талап ителеүен хәбәр итә, йәнәһе лә, унан башҡа ярҙам һорар кешеһе лә юҡ, бар өмөтө уға ғына... Пенсионер ул әйткән иҫәпкә 200 мең һум аҡса күсерә. Һуңынан ғына танышының бер ниндәй ҙә аварияға эләкмәүен, имен-аман йәшәп ятыуын белә.

Ял көндәрендә мутлашыусылар кешеләрҙең ике миллион һум аҡсаһын урларға өлгөргән. Һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: