Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 10:39

Түләүле оҙайлы ял буйынса аңлатма

Хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 28 календарь көндән дә кәм булмаған түләүле отпуск алырға хоҡуғы бар.

Түләүле оҙайлы ял буйынса аңлатма
Түләүле оҙайлы ял буйынса аңлатма

Ниндәйҙер сәбәп буйынса отпускығыҙҙың бөтә көнөн файҙаланып өлгөрмәһәгеҙ, түбәндәгесә эшләргә мөмкин:

1. Уны киләһе йылға күсерергә һәм һуңыраҡ файҙаланырға. Шуныһы мөһим: эш биреүсенең хеҙмәткәрҙе йыл һайын бирелә торған түләүле ике йыл рәттән отпускка ебәрмәҫкә хоҡуғы юҡ.

2. Әгәр отпускығыҙ стандарт 28 көндән оҙағыраҡ дауам итһә, бөтә өҫтәмә көн өсөн аҡсалата түләү алырға мөмкин. Уның суммаһы хеҙмәткәрҙең бер көнлөк уртаса эш хаҡынан һәм отпусктың файҙаланылмаған көндәре һанынан иҫәпләнә.

Зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләгәндәргә һәм тағы бер нисә категорияға өҫтәмә отпуск көндәре ҡаралған.
Компенсация алыу өсөн кадрҙар бүлегенә ғариза яҙығыҙ.
3. Эштән киткәндә һеҙ файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация аласаҡһығыҙ.

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 18 йәштән кесерәк хеҙмәткәрҙәр отпускты тулыһынса файҙаланырға тейеш.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: