Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 12:49

Радий Хәбиров ирекмәндәрҙе ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Волонтерҙар көнө айҡанлы ҡотлауын еткерҙе.

Радий Хәбиров ирекмәндәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров ирекмәндәрҙе ҡотланы

- Пандемияның ике йылында ла беҙҙең терәк булдығыҙ, рәхмәт һеҙгә, байрам менән! - тине республика етәксеһе.

Халыҡ-ара волонтерҙар көнө бөгөн билдәләнә.

Үҙенең ваҡытын, көсөн, изге йөрәген башҡаларға ярҙам итеүгә йүнәлтеүселәр ул - ирекмәндәр. Беҙҙең әлеге еңел булмаған осорҙа һәм йәмғиәттә ундайҙар кәрәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: