Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 09:10

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 5 декабрҙә, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 15–20, аяҙытҡанда 22–27 градус һалҡын була. Көндөҙ термометр бағанаһы 11–16 градус һалҡын күрһәтәсәк.

 

Шишәмбе, 6 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә – 19–24, урыны менән 27–32, көндөҙ – 14–19 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: