Иҡтисади санкциялар шарттарында эш биреүселәргә, үҙ эшенен асыусыларға, яңы һөнәр алыусыларға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған? «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
Министрҙың белдереүенсә, Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны һиҙелерлек кәмегән. 2022 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,29 процентҡа төшкән һәм 0,88 процент тәшкил иткән. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙ граждандар һаны 28,5 процент йәки 23,7 мең кешегә – 83,2 меңдән 59,5 мең кешегә тиклем кәмегән.
Ленара Иванова хеҙмәт баҙарында төп күрһәткестәрҙең әһәмиәтен яҡшыртыу күп осраҡта Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан раҫланған мәшғүллек кимәлен һаҡлау буйынса саралар планын тормошҡа ашырыуға бәйле булыуына иғтибар йүнәлтте. Был маҡсаҡа ике кимәлдәге бюджеттарҙан 4 миллиард һум самаһы ҡаралған, шуның 1,4 миллиард һумы – республика ҡаҙнаһы аҡсаһы.
Уның әйтеүенсә, йыл башынан алып 12 меңдән ашыу эш биреүсе 357 мең эш урыны тәҡдим иткән.
«Бөгөнгө көнгә мәшғүллек үҙәктәрендә 43,5 мең һөнәр буйынса эш бар. Элеккесә хеҙмәт баҙарында эшселәр профессияһына – иретеп йәбештереүселәр, төҙөүселәр, ашнаҡсылар, һатыусылар, иҙән йыуыусыларға, медицина белгестәренә, урман хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тармағында эшләүселәргә ихтыяж ҙур , – тип белдерҙе Ленара Иванова. Уның билдәләүенсә, тәҡдим ителгән вакансиялар буйынса уртаса эш хаҡы 26 мең һум тәшкил иткән, был уҙған йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк.
« Эш эҙләүселәргә эш бар. Эшләргә теләк кенә булһын. Һинең һөнәрең буйынса эш юҡ икән, дәүләт иҫәбенә икенсе профессияға бушлай уҡып сығып, эшкә урынлашырға мөмкин. Хатта 200 меңдән ашыу эш хаҡы тәҡдим итекән вакансиялар ҙа осрай», – ти министр.
Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәрендә 16,5 меңдән ашыу эшһеҙ бушлай уҡыу курстары үткән. Уларҙың 74 проценты эш тапҡан һәм эшкә урынлашҡан,
«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә 6,5 мең кеше уҡырға ебәрелгән.
Республикаға килгән инвесторҙар ҙа хеҙмәт баҙарын яҡшыртыуға өлөш индерә. «Алға» иҡтисади зонаһындағы предприятиеларға бөгөн эшселәр талап ителә. Белоруссияның «Амкадор» предприятиеһы 350 кешегә эш тәҡдим иткән. « Аркада» производство берекмәһе тегеү ҡоролмаһы операторы буйынса 293 кешене эшкә алған.
Ситкә китеп эш эҙләргә кәрәк түгел.
Мәшғүллек үҙәктәре аша эш табып, икенсе һөнәргә уҡып сығып, республикала ла лайыҡлы эш хаҡы түләнгән вакансия буйынса эшкә инергә мөмкин.