Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 13:35

Электрон белем биреү системаһы тикшереләсәк

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға эксперимент үткәрергә ҡушты.

Электрон белем биреү системаһы тикшереләсәк
Электрон белем биреү системаһы тикшереләсәк

Электрон белем биреү системаһының, атап әйткәндә, дистанцион уҡытыу мөмкинлектәренең эш торошо тикшерелергә тейеш. Радий Хәбиров белдереүенсә, эксперимент рәүешендә тикшереүҙе шәмбелә, дәрестәр булмағанда үткәрергә була, һәм бәләкәйерәк ҡалаларҙа. 

Системаның төҙөк булыуы шарт. Моғайын, ошо айҙа төпкөл райондарҙа ла тикшерелер.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в