Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхматуллин белдереүенсә, ауырыусылар һаны үткән аҙнаға ҡарағанда артҡан.
Коронавирус та беҙҙең арала. Уҙған тәүлектә 150 кеше йоҡторған.
Стационарҙа 206 пациент дауалана (бер тәүлектә +33). Амбулатор рәүештә - 1 846 кеше (бер тәүлектә 117 кешегә артҡан).
РФ Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, сирләү кимәле бер айҙа 51 процентҡа кәмегән.
Кәңәш бер: һаҡланығыҙ, дауаланығыҙ.