-3 °С
Болотло
Баштан «Башкирские злаки» компанияһы тимер юлы һәм 15 мең тонна иген һаҡлай алырлыҡ элеватор ҡорасаҡ. 2024 йылда он тартыу производствоһы сафҡа инәсәк.
Проектҡа инвестициялар күләме 220 млн һум тирәһе тәшкил итәсәк. Шул уҡ йәһәттән компания технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай аласаҡ.
Тирмән комплексы башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын Иранға, Әзербайджанға һәм Ҡаҙағстанға экспортларға ярҙам итәсәк.