Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 16:39

Затондар, ҡыуанығыҙ

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Затон биҫтәһендәге ҙур мәктәп төҙөлөшө менән танышҡан. Был объект киләһе йылда әҙер булып, уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.

Затондар, ҡыуанығыҙ
Затондар, ҡыуанығыҙ

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә кисә «Затон-Восточный» мәктәбе төҙөлөшөнә барыуын хәбәр итә. Был буласаҡ мәктәп ҙур ғына - 1225 урынға иҫәпләнгән. Мөһим объект концессион килешеү буйынса һалына. Планға ярашлы, мәктәпте киләһе йылда файҙаланыуға тапшырасаҡтар.

Ратмир Мәүлиев шулай уҡ биҫтәләге башҡа төҙөлөштәрҙе лә ҡараған. Мәҫәлән, уның яҙыуынса, Ғ. Заһитов урамында ике торлаҡ йорт төҙөлөп бөткән, унда авария хәлендәге иҫке йорттарҙан күсенәсәктәр. Мохтаждарға ла фатирҙар биреләсәк.

Фото: vk.com

 

Затондар, ҡыуанығыҙ
Затондар, ҡыуанығыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: