Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 18:00

Һыуыҡ көндәрҙә кофе эсергә яраймы?

Нутрициологтар, табип-диетологтар нимә ти?

Һыуыҡ көндәрҙә кофе эсергә яраймы?
Һыуыҡ көндәрҙә кофе эсергә яраймы?
Белгестәр әйтеүенсә, һалҡын көндәрҙә кофеин күп булған эсемлектәрҙән баш тартып торорға кәрәк. Кофеин ҡәһүәлә генә түгел, ә сәйҙә лә, башҡа энергетик эсемлектәрҙә лә бар. Ул - кешегә көс-ҡеүәт өҫтәүсе матдә. Әммә, ти нутрициолог, диетолог Наталья Нефедова, был һыуыҡ көндәрҙә кофе менән мауыҡмау яҡшыраҡ. Йәғни, сама белеү мөһим.
Эйе, һыуыҡта эҫе генә сәй йә кофе бик тә ярап ҡала. Тик уларҙы артыҡ күп эсмәгеҙ. Белгес әйтеүенсә, кофеиндың тәүлек нормаһы - 400 мг. Бер сынаяҡ кофела ул 95 г самаһы була, сәйҙә - 10 - 20 г. 
Әгәр ҙә был эсемлектәрһеҙ йәшәй алмаһағыҙ (башҡорттарҙың "сәйхур"лығын иҫәпкә алғанда), үлән сәйе, мәҫәлән, ромашка, мята (аҡ сәскә, бөтнөк) кеүектәр файҙалы булыр. Цикорий йә какао ла бара.
 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: