Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 13:15

Юл фажиғәләре - 3 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, дүрт кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 3 декабрь
Юл фажиғәләре - 3 декабрь

Кисен Стәрлетамаҡта 53 йәшлек ир "Ford Focus" машинаһында йәмәғәт транспорты туҡталышына бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Уның хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәне билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Хәүеф кимәле буйынса бындай бәрелештәр юлдағы ике машинаның маңлайға-маңлай бәрелешеүенә тиң. Ҡағиҙә булараҡ, фажиғәләр водителдең иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп тыуа. Бағанаға, ағасҡа, туҡтаған транспортҡа, бинаға барып бәрелеү өсөн бер секунд иғтибарһыҙлыҡ етә. Кеше хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәһә, хатта сәғәтенә 40-50 саҡрым тиҙлектә бәрелеү ҙә үлемесле тамамлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Юл фажиғәләре - 3 декабрь
Юл фажиғәләре - 3 декабрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: