Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 16:30

"Ялған ҡатлы ҡамыр"

Эйе, эйе, шундайы ла була икән. Ысынынан бер ҙә ҡайтыш түгел, ти белгән кешеләр. Унан пирожкиҙар бигерәк тә тәмле була икән.

"Ялған ҡатлы ҡамыр"
"Ялған ҡатлы ҡамыр"

Он – 2 стакан

Аҡ май (туңдырылған) – 200 г

Кефир (һалҡын) – 1 стакан

Йомортҡа – 1 дана

Тәменсә тоҙ

Рецепт биш порцияға иҫәпләнгән.

Онға аҡ майҙы ҡырғыста ҡырып һалырға. Тиҙ генә ҡалаҡ йә сәнске менән бутарға. Ҡул менән бутамағыҙ, май иремәһен. Шунан ҡалған аҙыҡ-түлекте лә ҡушырға һәм йәнә бер аҙ ҡалаҡ менән бутарға. Артабан өҫтәлгә һалып, тиҙ-тиҙ генә ҡамыр хәленә килтерергә, ныҡ баҫмаҫҡа, ҡамыр әҙерләнеп етмәһен. Йәбешкәк ҡамырҙы пленкаға урап, 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

Һуңынан ҡамыр йәйергә һәм өскә бөкләргә, тағы берҙе бөкләргә мөмкин. Шул ҡамырҙы йәйергә һәм үҙегеҙ теләгән пирожкиҙарҙы бешерергә була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: