Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 11:45

Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...

Кисә кисен Белорет районының Тирлән ауылында ағас йорт янып киткән. Күрше-күлән янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем өй эсенән 1927 йылғы әбейҙе алып сығып, Тирлән дауаханаһына оҙатҡан. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионер вафат булған... 

Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...
Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...

Салауат ҡалаһында, йылылыҡ трассаһы ҡоҙоғонда, матрас янған. Янғын һүндереүселәр ҡоҙоҡтан 1980 йылғы ирҙе ҡотҡарған. Төтөнгә ағыуланған, ҡул суҡтары янған ир дауаханала.  

Уҙған тәүлектә республикала 30 техноген янғын теркәлгән, шуларҙың 26-һы шәхси секторҙа булған, дүрт кеше ҡотҡарылған.

Фото: 02.mchs.gov.ru

Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...
Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...
Ут оло кешенең ғүмерен ҡыйған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: